+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
21 Май 2024, 11:45

Һөйләр һүҙҙәр күп булһын

– Күп һөйләйһең, килешмәй, – тип

Һөйләр һүҙҙәр күп булһынҺөйләр һүҙҙәр күп булһын
Һөйләр һүҙҙәр күп булһын

Әйттең, әсәй. Тыңланым.
Нишләп һүҙем күп булғанын
Йылдар үткәс аңланым.

Бәхет кенә һүҙсән, әсәй,
Шатлыҡ артыҡ һөйләтә.
Ҡайғылының өн-тыны юҡ,
Һағыш эстән көйрәтә.

Шуға күрә балаларым
Күп һөйләһә — тыймайым,
Эстән генә һөйөнәм дә
Рәхәтләнеп тыңлайым!

Миңә ҡыҙыҡ бөтәһе лә:
Нисек үткән көндәре,
Төштәрендә нимә күргән,
Бәхетлеме өндәре…

…Балаларым ҡайтҡан һайын
Тауышҡа донъям тулһын.
Эй, Хоҙайым, бер үк кенә
Һөйләр һүҙҙәр күп булһын!



Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото һәм сығанаҡ: ТОРМОШ ӨЙРӘТӘ УЛ...

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас