Әсәйемә
Иң наҙлы ҡул – әсәйемдә,
Иң татлы һүҙ – әсәйемдә.
Иң татлы наҙ, иң тәмле аш,
Бар яҡшылыҡ, әсәй, һиндә.
Йыуатыусым, йылытыусым,
Тормошҡа һин өйрәтеүсем,
Изге теләктәрең менән
Киләсәккә һин әйҙәүсем.
Мең-мең йәшә, әсәкәйем,
Һинең менән беҙ бәхетле,
Изге эштәреңә һинең
Бурыслы беҙ һәм рәхмәтле!
Әмирә МиҢЛЕКӘЕВА,
V синыф уҡыусыһы.
Тәнәфестә
Тәнәфескә саҡырып,
Ҡыңғырау сыңлап китә.
Коридорға ашығып,
Самат ишекте төртә.
Әминә һәм Әҙиләне
Этеп йыға ла Самат,
Йән-фарман тағы йүгерә,
Күрәһең, быға ул шат!
Ләкин бер аҙ ваҡыттан
Ҡыңғырау тағы сыңлай.
Уҡыусылар кабинетҡа
Ашыҡмай ғына атлай.
Самат быға бойоҡмай:
Ул бит йоҡлай дәрестә.
Ял итеп алғас бер аҙ,
Йүгерер тәнәфестә.
Азамат ҒИЛМАНОВ,
VI синыф уҡыусыһы.
Краснокама районы,
Яңы Аҡтанышбаш ауылындағы
Хәнәфи Нурғәлиев исемендәге мәктәп.