-5 °С
Ясно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
31 Мая 2024, 07:40

Рәнйетеп бала үҫтермә

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Рәнйетеп бала үҫтермә,Рәнйеш төшөр үҙеңә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәнйетеп бала үҫтермәРәнйетеп бала үҫтермә
Рәнйетеп бала үҫтермә

Ауыр һүҙ әйтерҙән алда
Ҡара балаң күҙенә.

Ҡарғап үҫтермә баланы,
Ҡарғыш ҡайтыр үҙеңә.
Донъя – ҡуласа, ҡалырһың
Шул баланың иңенә.

Һуғып үҫтермә баланы,
Йөрәктә ҡалыр йөйө.
Балаң яраһы үҙеңдә
Һыҙлар ғүмерең буйы.

Илатып бала үҫтермә,
Ер-һыу илар ер үҙе.
Ул бала бит – һинең ғәзиз
Йәнеңдең игеҙәге.

Сығанаҡ һәм фото: Ялан сәскәләре (З. Ҡотлогилдина шиғриәте)

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас