+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
1 Июнь , 11:00

Йәй килә!

Таралһасы һағыштарымЯңы миҙгелдәр менән.

Йәй килә!
Йәй килә!

Онотолсо аҙға ғына
Илама, күңел, гелән.

Елдәр алып китһен йыраҡ
Юҡҡа сығарһын ағым.

Аҡҡан һыуға бар өмөтөм
Йәйгә бер генә аҙым.

Дауаласы, күңелемде
Еләкле матур мәлдә.
Тик өмөттәр өҙөлмәһен
Ышанам йәшел йәйгә!

 

Фәнгизә НАФИҠОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Өфө ҡалаһы, Максим Горький исемендәге 3-сө гимназия.



 Һүрәттә: Мәсетле районы, Яңы Мишәр ауылы.

Автор фотолары.

Йәй килә!
Йәй килә!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: