Ниндәй матур, ниндәй бөйөк
Беҙҙең Өфө ҡалаһы.
Йорттары ла уның бейек,
Иҫ киткес фонтандары.
Беҙҙе уҡырға өндәгән
Аҡмулланың һәйкәле
Саҡыра барыбыҙҙы ла,
Әйҙә, барып күр әле.
Алыҫ ара ла үтмәйһең,
Балҡый унда бер фонтан.
Ете ҡыҙҙың бейегәнен
Күрә бар Башҡортостан.
Тау башында Салауат та
Атын һыбайлап тора.
Шундай батыр һәйкәленә
Һоҡлана бөтә ҡала.