+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
12 Июнь , 21:00

Өфөмә йыр

Учалы районының Миндәк ауылындағы 6-сы мәктәптең VII синыф уҡыусыһы Ынйы ЯНЫБАЕВА шиғыры.

Өфөмә йыр
Өфөмә йыр

Салт уттарың балҡып тора,
Өфө ҡалаһы!
Таш йорттарың ҡалҡып тора,
Өфө ҡалаһы!
Майҙандарың йырлап тора,
Өфө ҡалаһы!
Һарайҙарың гөрләп тора,
Өфө ҡалаһы!

Өфө ҡалаһы!
Ҡуйыныңда үҫә
башҡорт балаһы!
Өфө ҡалаһы!
Буй-һыныңда урғый
башҡорт даланы!
Һәйкәлдәрең рухландыра,
Өфө ҡалаһы!
Гөлкәйҙәрең нурландыра,
Өфө ҡалаһы!
Ҡаһармандың һыны әйҙәй
Батыр булырға.
Манараның айы әйҙәй
Сабыр булырға.

Өфө ҡалаһы!
Урамыңды биҙәй башҡорт
балаһы!
Өфө ҡалаһы!
Уйҙарыңды биләй башҡорт
байманы!
Тулҡындарҙа, эй, бәүелә
Өфө утрауы.
Ал таңдарға, эй, төрөлә
Ете убаһы.
Илебеҙҙең дуҫлыҡ йорто –
Өфө ҡалаһы!
Көллөбөҙҙөң ҡотло йорто –
Өфө ҡалаһы!

Өфө ҡалаһы!
Нигеҙ ташын ҡора башҡорт
бабаһы!
Өфө ҡалаһы!
Нәфис тажын ҡора
башҡорт балаһы!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: