Өфө бит ул – баш ҡалаһы
Бөйөк Башҡортостандың.
Йөҙәр йыллыҡ тарихын һин
Ишеткәс, таң ҡалырһың.
Өфөләргә барһаң, һине
Ағиҙелкәй ҡаршылар.
Ә Салауат һәйкәл булып
Ҡыйыу ҡарашын ташлар.
Кешеләре ихлас, алсаҡ,
Һәр саҡ ярҙамсыл, татыу.
Урамдары киң һәм таҙа,
Өйҙәре төҙөк, яҡты.
Өфөләргә юлың төшһә,
Хәлдәрен китсе белеп.
Ҡунаҡсыл ҡала ул Өфө,
Килмәй ҡалма һин берүк.
Өфө бит ул – ябай ҡала,
Юҡ унда тәкәбберлек.
Ябайлыҡта – бөйөклөк, тип,
Әйтәләр бит бик белеп.
Быйыл Өфө ҙур байрамын –
450-һен туйлай.
Юбилейың менән, Өфөм!
Мәңге йәшә һин шулай!