Юбилейың менән, Өфөм,
Минең ғәзиз баш ҡалам!
Тыуғанымдан алып һинең
Матурлыҡҡа таң ҡалам!
Бейек өйҙәр, киң урамдар,
Мәҙәниәт йорттары,
Аллы-гөллө сәскәләре,
Балҡып янған уттары,
Фабрика-заводтары,
Мәсет манаралары,
Һәйкәл, монументтары –
Мине хайран ҡалдырған
Ҡәҙерле минуттарым!
Кемдәр генә һоҡланмаған
Тарихта һинең менән?
Һәр береһен ҡаршылайһың
Ихлас, асыҡ йөҙ менән.
Һинең йөҙөң – халҡың үҙе,
Ә улар тырыш бында.
Ҡунаҡсыл һәм батыр данын
Алған ил тарихында.
Ғорурланам илем менән,
Һинең менән дә, Өфөм!
Мин бәхетле ошо ерҙә,
Һиндә тыуғаным өсөн!
Алһыу КАЙБЫШЕВА.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.