+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
4 Июль , 07:22

Хәйерле булһын!

Хәйерле атһын таңыбыҙ,Хәйерле килһен көндәр,

Хәйерле булһын!
Хәйерле булһын!

Хәйерле етһен кисебеҙ,
Хәйерле үтһен төндәр.

Хәйерле булһын уйыбыҙ,
Хәйерле булһын эштәр,
Хәйерле булһын өнөбөҙ,
Хәйерле булһын төштәр!

Хәйерле юлдарҙан уңып
Әйләнешеп ҡайтайыҡ,
Хәйерле аҙнаны башлап,
Хәйерле оҙатайыҡ!

Һәр бер ҡылған ғәмәлебеҙ
Хәйерле була күрһен…
Хәйерле булһын бөтәһе –
Хоҙайым ярҙам бирһен!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: