+12 °С
Ясно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
28 Июля 2024, 04:28

Йәйге иртә

Ҡояш нуры үрелеп тау артынан Йондоҙҙарҙы баҫып һүндерҙе. Тымыҡ ҡына ятҡан күл өҫтәрен Шаҙралатып елдәр йүгерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәйге иртәЙәйге иртә
Йәйге иртә

Һандуғастар моңо нағышланы

Ысыҡ емелдәгән үләнде.

Ошо хозурлыҡҡа таңдар ҡалып,

Тамам хыялыйға әйләндем.

 

Эй ҡосаһым килде зәңгәр күкте,

Яратаһым килде ҡояшты.

Ағастарҙа күпме япраҡ булһа,

Мөхәббәтем ергә шул саҡлы.

                   Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас