+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
1 Август , 19:00

Ҡуҙ

Ҡаҙан аҫты, самауыр, ҡуҙ... Шағирә Зөлфирә Ҡарағужинаның шиғыры шул тиклем күңелгә ята. Уҡып ҡарағыҙ әле.

Ҡуҙ
Ҡуҙ

ҠУҘ
Етәләшеп килеп еткән
Боронғолоҡтан.
Бер яҡтылыҡ нуры булып
Ҡараңғылыҡтан.
Ҡаҙан менән самауырҙың
Тарихы тәрән.
Улар заман баҫыуында
Мәҙәни төрән.
Быуаттарҙан быуаттарға
Еткән ҡомартҡым.
Ҡаҙан аҫтым, самауырҙы
Ҡуҙҙа ҡайнаттым.
Улар тарих дауылында
Күптән һыныҡҡан.
Мәңге яныр ҡуҙҙарында
Рухым сыныҡҡан.

 Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА.

Фото: zulfira.karaguzhina.

Ҡуҙ
Ҡуҙ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: