Каникулда яталар,
Өләсәйҙә ял итергә
Улар бик яраталар.
Ҡояш йылмайып торғанда
Тәбиғәткә сыҡтылар,
Көгөш буйҙарында йөрөп,
Күңел асып ҡайттылар.
Олатай ҙа, өләсәй ҙә
Бик шат улар килгәнгә,
Бала саҡтарына ҡайтып,
Бергә уйнап йөрөгәнгә.
*Баласаҡ утрауы* тигән
Йәйләү бар өләсәйҙә,
Илнара ҡушҡан исемде
Ошо матур йәйләүгә.
Самауырҙа сәй ҡайнатып
Өләсәй сәй эсерә,
Элек шулай эстек,- тиеп
Иҫтәренә төшөрә.
Сәй эскәс Әлиә әйтте:
- Рәхмәт һиңә, өләсәй!
Самауырыңды ҡайнатып
Эсергәнгә тәмле сәй! -
Өләсәйҙә һөйләшәләр
Тик туған телдә генә.
Йыр, доғалар өйрәнәләр
Кис һайын өләсәйҙә.
Әле ямғырҙар күп яуа,
Тышҡа бик сығып булмай,
Йоҡо туйғансы йоҡлайҙар,
Өләсәй ҙә уятмай.
Һауыт-һабаны йыуырға
Улар ярҙам итәләр.
Иҙән дә йыуып алалар,
Йомаҡ һүҙҙәр сисәләр.
Шулай йәйге каникулда
Көн артынан көн үтә,
Оҙон тойолған каникул
Тиҙ генә үтеп китә.