+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
13 Сентябрь , 10:55

Милли кейем көнө

Ынйы ғына мәрйен, көмөш тәңкә

Милли кейем көнө
Милли кейем көнө

Өҫтөмдәге кейгән еләнем.
Күҙ тейеүҙән ҡурсып йорт-еремде,
Аҫыл ғына рухи хазинамды
Кейеп бер бейергә теләнем.

Кәйелеп тә бейеп киткән булдым,
Бейеһәм дә, китек күңелем:
Көмөш тәңкә сылтыр-сылтыр илап,
Сыңлауҙарын сеңләү итеп йырлап,
Һөйләй кеүек ниҙәр күреүен.

Йөрәктәрҙән йолҡоп алып беҙҙең,
Селтәр-ҡашмау, көмөш елкәлек...
Белһәң ине, ылау-ылау тейәп,
Зар илашып, ҡайһы тарафтарға
Кемдәр өсөн тейәп ебәрҙек?

Һыҙырып та алғас еләндәрен,
Ҡамсат бүрек, ҡама тундарын,
Иманынан яҙыр илде көҫәп,
Ил һаҡларлыҡ түлдән мәхрүм итеп,
Себер оҙатҡастын улдарын,

Ниҙәр күреп, нихәл түҙҙе икән
Сабырлыҡтың үҙе - ҡатындар...
Бөгөн ошо кейемдәрҙе кейеп,
Сәхнә түре түгел, ил түрендә
Ултырырға уның хаҡы бар.

Йәне, тәне тураҡланған саҡта
Һайыҡмаған уның күңеле.
Һәр бер халыҡ бөгөн белһә икән:
Милли кейем кейгән ғорур ҡатын
Сәхнә күрке генә түгелен.

Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова.

Сығанаҡ һәм фото: асыҡ сығанаҡтар, Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: