+22 °С
Ясно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
26 Сентября 2024, 16:13

Татырүҙәк ижадсыларынан күстәнәс

Бишенселәр беҙгә яҙып ебәргән.

Татырүҙәк ижадсыларынан күстәнәсТатырүҙәк ижадсыларынан күстәнәс
Татырүҙәк ижадсыларынан күстәнәс

Донъя сумды алтынға

Көҙ апай килде беҙгә,
Уҡырға ваҡыт етте.
Сумка тотоп мәктәпкә
Ҡыҙҙар-малайҙар китте.

Донъя сумды алтынға:
Бар ағастар һарғайҙы.
Көндәр хәҙер ҡыҫҡарғас,
Оҙатырбыҙ ҡоштарҙы.

Наҙгөл АЛЛАБИРҘИНА,
V синыф уҡыусыһы.

 

Яратам ошо мәлде!

Алтын көҙ – йылдың иң матур осоро. Тәбиғәт буяуҙар менән балҡыған мәл. Ағастар күлдәктәрен алыштыра: йәшел кейемдәрен ҡыҙғылт һары, ҡыҙыл, һары, көрәнгә әйләндерә. Шунан япраҡтар әкренләп ергә ҡойола һәм төҫлө түшәк кеүек йәйелеп ята. Яратам ошо мәлде!

Бәхтейәр БАЙСУРИН, V синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы,Татырүҙәк ауылы.

Фото: yandex.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас