Ҡош кеүек осоп барғандай,
Аҙ ғына ҡалды ара.
Көҙ булһа ла, тыуған ауылым
Нурланып, балҡып тора.
Был саҡта ямғырһыҙ булмай,
Ана, аҙ ғына ҡоя.
Хушлашырға әҙерләнеп,
Ҡоштар моңдарын түгә.
Унда-бында биҙәк яһап,
Үрмәксе ауын үрә.
Төрлө миҙгел, төрлө сәбәп...
Ә ҡайтыр юл бер була.
Ҡыуаныс менән ҡайтырға
Яҙһын тыуған яғыма.
Вилдан СОЛТАНҒУЖИН,
IX “А” синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһы.
Фото: Э.ӘСӘҘУЛЛИНА.