+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
12 Октябрь 2024, 05:00

Башҡортостаным

Бөрйән ҡыҙы Лиана Исхаҡованың шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

БашҡортостанымБашҡортостаным
Башҡортостаным

Башҡортостаным

Тыуып үҫкән ерем минең –
Ғәзиз Башҡортостаным!
Алыҫтарға таралған бит
Һинең шөһрәтең, даның...

Башҡортостан – бик матур ер,
Күпме гүзәллек һыйған.
Бейек-бейек ҡаялары
Һомғол ағастар йыйған.

Төрлө-төрлө сәскәләрең
Бирәләр донъяға ҡот.
Бал ҡорттары безелдәшеп
Уларҙан йыялар һут.
Маҡтап йырлай тәбиғәтте,
Яҙҙар етһә, ҡоштары.
Көҙҙәре һары алтындай,
Әкиәт иле – ҡоштары!
Ғорурланам һинең менән,
Үҫәм һинең ҡуйыныңда.
Һинең батыр ул-ҡыҙҙарың
Һәр саҡ минең уйымда.

Әгәр һүҙ оҫтаһы булһам,
Һине гел данлар инем.
Сәңгелдәгем, йәшәр ерем,
Башҡортостаным-илем!



Лиана Исхаҡова, X”В” синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғәрипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһы.

Башҡортостаным
Башҡортостаным
Башҡортостаным
Башҡортостаным
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас