Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
15 Октябрь 2024, 10:37

Үҙебеҙгә йәшәргә бит ошо матур донъяла...

Өфө ҡалаһындағы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусылары ижады.

Үҙебеҙгә йәшәргә бит ошо матур донъяла...
Үҙебеҙгә йәшәргә бит ошо матур донъяла...

Беҙҙән тора киләсәк

«Ололаһаң олоно,
Ололарҙар үҙеңде»,
«Алтын алма, аҡыл ал,
Һәр саҡ матур булып ҡал»...

Йәштән матур холоҡлоға
Ҙурайғас, еңел була.
Уңыш, ырыҫ ишектәре
Ундайға асыҡ була.

Йәште өйрәт, олоно тыңла,
Насар ғәҙәткә юл ҡуйма.
Насар уйлы булғандарға
Һис ҡасан да дуҫ булма.

Алтын бөртөкләп йыйыла,
Ҙур эштәр аҙҙан килә.
Һәр нәмәгә ваҡыт кәрәк,
Ҡулымдан килмәй, тимә.


Дуҫтарыңды уйлап һайла,
Ысын булһын һүҙҙәре.
Уларҙы һис ташлап ҡуйма,
Ауыр булһа хәлдәре.

Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бергәләп
Донъяны матурлайыҡ.
Беҙҙән тора бит киләсәк,
Яҡшы эштәр ҡылайыҡ.

Үҙебеҙгә йәшәргә бит
Ошо матур донъяла.
Яҡшыға бар, ямандан кит,
Аҡыллы бул, оялма!

Алик ҒӘЛИУЛЛИН,
XI «А» синыфы уҡыусыһы.

 

Ҡыуаныс менән ҡайтам

Тыуған ауылға юл тоттом,
Күңелем балҡып тора.
Ҡош кеүек осоп барғандай,
Аҙ ғына ҡалды ара.

Көҙ булһа ла, тыуған ауылым
Нурланып, балҡып тора.
Был саҡта ямғырһыҙ булмай,
Ана, аҙ ғына ҡоя.

Хушлашырға әҙерләнеп,
Ҡоштар моңдарын түгә.
Унда-бында биҙәк яһап,
Үрмәксе ауын үрә.

Төрлө миҙгел, төрлө сәбәп...
Ә барыр юл бер була.
Ҡыуаныс менән ҡайтырға
Яҙһын тыуған яғыма.

Вилдан СОЛТАНҒУЖИН,
IX «А» синыфы уҡыусыһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: