+20 °С
Облачно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
24 Октября 2024, 12:00

Беҙҙән тора киләсәк

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының XI"А" синыфы уҡыусыһы Алик Ғәлиуллиндың шиғыры. «Ололаһаң олоно,Ололарҙар үҙеңде»,«Алтын алма, аҡыл ал»,Һәр саҡ матур булып ҡал.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙән тора киләсәкБеҙҙән тора киләсәк
Беҙҙән тора киләсәк

Йәштән матур холоҡлоға
Ҙурайғас, еңел була.
Уңыш, ырыҫ ишектәре
Ундайға асыҡ була.

Йәште өйрәт, олоно тыңла,
Насар ғәҙәткә юл ҡуйма.
Насар уйлы булғандарға
Һис ҡасан да дуҫ булма.

Алтын бөртөкләп йыйыла,
Ҙур эштәр аҙҙан килә.
Һәр нәмәгә ваҡыт кәрәк,
Ҡулымдан килмәй, тимә.

Дуҫтарыңды уйлап һайла,
Ысын булһын һүҙҙәре.
Уларҙы һис ташлап ҡуйма,
Ауыр булһа хәлдәре.

Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бергәләп
Донъяны матурлайыҡ.
Беҙҙән тора бит киләсәк,
Яҡшы эштәр ҡылайыҡ.

Үҙебеҙгә йәшәргә бит
Ошо матур донъяла.
Яҡшыға бар, ямандан кит,
Аҡыллы булырға оялма!



Алик Ғәлиуллин,

XI "А" синыфы уҡыусыһы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас