Сер бүлешер өсөн туған бар.
Туғанымдың ҡәҙер-хөрмәтенән
Күңелдәргә шатлыҡ тулған бар.
Ҡасан барып кермә, ихлас итеп
Ҡаршы алып торған туған бар.
Мең мәшәҡәт тулы йөрәгендә
Туғанына һәр саҡ урын бар.
Тормош мәшәҡәтен еңер өсөн
Иңен ҡуйып торған туған бар.
Туғанлыҡтың ҡөҙ(ө)рәтен татып,
Күҙҙәремә йәштәр тулған бар.
Тормош юлындағы кәртәләрҙе
Бергә һүтер өсөн туған бар.
Шатлыҡ ҡына түгел, ҡайғыны ла
Бүлешерлек булһын туғандар.
Күңел асып, табын ҡорор өсөн
Атай-әсәй биргән туған бар.
Бер-беребеҙҙең ҡулдарынан әле
Күпме бергә эсәр һыуҙар бар!
Донъялағы иң ҙур байлығымдан-
Яҙҙырмаһын Аллам иманымдан.
Иманлыҡтың бер билдәһе булған
Айырмаһын бер үк туғанымдан.
Фото: Зөһрә ХӘКИМОВА.