+1 °С
Облачно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
5 Ноября 2024, 14:00

Етә ҡайсаҡ тик бер йылмайыу ҙа

Был донъялар эй ҡатмарлы, - тибеҙ,

Добавить в предпочтительные источники Google
Етә ҡайсаҡ тик бер йылмайыу ҙаЕтә ҡайсаҡ тик бер йылмайыу ҙа
Етә ҡайсаҡ тик бер йылмайыу ҙа

Зарланырға сәбәп табыла,
Бер мәшәҡәт бөтөп, саҡ тын алһаҡ,
Яңылары тыуа тағы ла.

Көн дә яңы теләк, яңы хыял,
Яңы маҡсат әйҙәй, саҡыра,
Туҡтап, артҡа табан әйләнергә
Ваҡыт етмәй ҡала саҡ ҡына...

Ығы-зығы менән ғүмер үтә –
Ҡабатланмаҫ ғәзиз минуттар...
Баҫылырмы икән берәй ваҡыт
Тынғы бирмәй янған был уттар?

Ҡатмарлымы шулай был донъялар?
Ҡатмарламайбыҙмы үҙебеҙ?
Күп кәрәкмәй бит ул бәхет өсөн –
Етә ҡайсаҡ тик бер һүҙебеҙ.

Етә ҡайсаҡ тик бер йылмайыу ҙа,
Күп кәрәкмәй бит ул күңелгә,
Әрәм үткәрмәйек бер ғүмерҙе –
Ваҡытлыса килдек был ергә...

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

 Сығанаҡ һәм фото: "Юлдаш".

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас