+13 °С
Ясно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
14 Ноября 2024, 14:35

Ҡыҙ баланы рәнйетмәгеҙ!

Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ,

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыҙ баланы рәнйетмәгеҙ!Ҡыҙ баланы рәнйетмәгеҙ!
Ҡыҙ баланы рәнйетмәгеҙ!

Осор ҡанаттарын киҫмәгеҙ,
Бөрөләнгән бәхет гөлдәренә
Һалҡын елдәр булып иҫмәгеҙ.

Былай ҙа бит яҙмыш, аяу белмәй,
Көтөп тора тормош юлында,
Уңыш, бәхет, шатлыҡ, мөхәббәтме,
Мәкерлекме уның ҡулында?

Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ,
Юҡ-бар сәбәп менән ҡаҡмағыҙ…
…Үҫеп буй еткергән ҡыҙҙарымды
Яҙмыш бер үк үҙе һаҡлаһын.

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото: З. Хәкимова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас