+2 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
22 Ноябрь , 19:10

Балаларым

Төн ҡараһын алһыу таңға ялғап,

Балаларым
Балаларым

Таба алмай тыныр сараларын,
Мин үҫтерҙем һеҙҙе, бәхет юрап,
Йөрәк ярып тапҡан балаларым.

Был донъялар гелән борсолдора,
Уйҙарымда ауыл-ҡалалары,
Ҡайҙа йөрөп, ниҙәр эшләһә лә,
Тик уңышлы булһын балаларым.

Ҡағылмаһын уҫал дауылдары,
Урап үтһен бәлә-ҡазалары,
Йөрәгемдә булыр ғүмер буйы
Күҙ нурымдай күргән балаларым.

Һеҙгә терәк булып йәшәр өсөн
Етһен генә ине самаларым,
Бар йәшәүем ерҙә – һеҙҙең өсөн,
Ғәзиздәрҙән ғәзиз балаларым.



Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото: Миңзәлә ҮҘӘНБАЕВА. Баймаҡ районының Ғүмәр балалары.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: