+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
4 Декабрь 2024, 14:00

Малай тапҡан ҡатын — уңған ҡатын

Малай тапҡан ҡатын — уңған ҡатын,

Малай тапҡан ҡатын — уңған ҡатынМалай тапҡан ҡатын — уңған ҡатын
Малай тапҡан ҡатын — уңған ҡатын

Бәхетлеһе — ҡыҙҙы баҡҡаны...
Шулай тиҙәр.
Тик был һүҙҙе,
Белмәйем, кем уйлап тапҡандыр.
Биләүҙә бит гел бер төрлө улар,
Бер үк тауыш менән илайҙар.
Үҫә башлағас та һөйөү-наҙҙы
Икеһе лә берҙәй һорайҙар.
Уллы әсә ҡыҙлыларҙы көнләй,
Ҡыҙлы әсәй теләй улдарҙы.
Үҫеп еткәс аңлашыла — икеһе лә
Бер үк төрлө бәйләй ҡулдарҙы.

...Күргәнем бар,
Ғәзиз әсәйҙәрен
Ҡулдарында йөрөткән улдарҙы.
Беләм тағы, үҙе әсә булып,
Әсәһенән биҙгән ҡыҙҙарҙы.
Улмы, ҡыҙмы —
Һин тыуҙырған бала,
Күңеленә һеңдер изгелек.
И, ҡатын-ҡыҙ,
Тик шул саҡта ғына
Һин күрерһең, бәлки, игелек.

Н. БИКТИМИРОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас