+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
7 Декабрь 2024, 05:05

Яугирҙар

Беҙ ҡайтырбыҙ, тиеп яуға китте

ЯугирҙарЯугирҙар
Яугирҙар

Ил саҡырғас Ватан улдары,
Бар тәбиғәт, барса халыҡ теләй
Имен генә булһын юлдары.

Хушлашҡанда йыр, бейеүҙәр менән
Күңелдәрҙе арбап киттегеҙ,
Ошо сифат менән башҡорттарҙы
Мәңге үлмәҫ данлы иттегеҙ.

Ата-бабаларҙың яугир рухы
Әйҙәй һеҙҙе ҡыйыу алышҡа,
Зарланмайса күтәрергә йөгөн
Аяуһыҙ ҙа булған яҙмыштың...

Замананың батыр яугирҙары
Илгә еңеү яулап ҡайтығыҙ,
Өҙөлөп көтә һеҙҙе ғаиләгеҙ,
Атай-әсәй, тыуған йортоғоҙ.


Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА - АЛТЫНБИКӘ

Фотола: "Башҡорт" позывнойлы яугир. Фото ғаилә архивынан.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас