+4 °С
Ясно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
8 Декабря 2024, 13:00

Ҡояшымды тоҡандыр

Мин таңға ҡаршы югерҙем.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡояшымды тоҡандырҠояшымды тоҡандыр
Ҡояшымды тоҡандыр

Ул - миңә. Ҡолас йәйеп!
Бишектән алып ҡояшын
Ебәрҙе тәгәрәтеп.

Офоҡ сите яҡтырғандан
Яҡтыра барып һаман,
Йәйелде яҡтылыҡ ергә
Тотош донъяны ялмап.

...Төн ҡараһын йыртып ергә
Тарала ҡояш нуры.
Сигендерә төндә йәнде
Ҡоршаған шомло уйҙы.

Бер мәл генә - йәшәү көсөн
Ҡалаһың ҡапыл аңлап:
Яңы көнгә яңы өмөт
Булмышты ала яулап!

Йәшәү өсөн көс биреүсе
Иң илаһи мәл - таңдыр.
Һәр таңда ла, йә Хоҙайым,
Ҡояшымды тоҡандыр!


Гөлзифа ИСРАФИЛОВА.

Фото: Г. САҘРЕТДИНОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас