+28 °С
Облачно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
18 Декабря 2024, 12:11

Һүнмәҫ шишмәм

Белорет районының Шығай мәктәбенән Гүзәлиә СӘЙФУЛЛИНА шиғыры.

Һүнмәҫ шишмәмҺүнмәҫ шишмәм
Һүнмәҫ шишмәм

Башҡорт теле – минең туған телем,
Яғымлыраҡ телде белмәйем.
Туған телем – минең Тыуған илем,
Ғәзиз ерем, атай-әсәйем.

Туған телем аша беләм
Башҡортомдоң данлы тарихын.
Бөйөк кешеләрен күрәм,
Халҡым йолаларын, ҡурайын.

Башҡорт теле – минең туған телем,
Һинән башҡа йәшәй алмам.
Туған телем – һүнмәҫ шишмәм,
Һәр саҡ һиңә тоғро ҡалам!

 

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас