+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
22 Ғинуар 2025, 17:39

"Мин ҡояшҡа, көнгә табынам..."

Шағир Ринат ХӘЙРИҘЕҢ тыуыуына – 75 йыл. Ошо уңайҙан Илеш районы Үрмәт мәктәбе уҡыусылары уға арналған шиғырҙарын ебәргән.

"Мин ҡояшҡа, көнгә табынам...""Мин ҡояшҡа, көнгә табынам..."
"Мин ҡояшҡа, көнгә табынам..."

Һин йәшәрһең беҙҙең йырҙарҙа
Һинең урамыңдан атлағанда,
Төрлө хистәр килә күңелгә,
Әйтерһең дә, һинең эҙҙәр бында
Һаҡланғандар әле бөгөн дә.

Һинең йортоң ҡаршыһына баҫып,
Ҡарап торам зәңгәр ҡапҡаға –
Был йорт һинең рухынды һаҡлай,
Һин шундаһың кеүек тойола.

Һинең эҙҙәр, хистәр, һинең донъяң,
Гүйә, йәшәй ошо юлдарҙа.
Беҙҙең өсөн шағир Хәйри булып
Ҡалырһың һин алһыу таңдарҙа.

Күптәр тоймағанды тоя белеп,
Асып бирҙең тормош асылын,
Моңдар аша ҡайтып йөрөрһөң һин,
Йәме булып беҙҙең йырҙарҙың!

Әлинә ҒИЛМЕТДИНОВА,
VII синыф уҡыусыһы.

Бағышлау
«Беҙҙең яҡтар – дала, урман яғы...»
Ринат ағай яҙған был юлды.
Ә ниңә һуң фәҡәт ошо шиғыр
Биләп алды минең күңелде?!

Биләп алды, сөнки шағир һүҙе
Йөрәк түрҙәренә үтерлек.
Моңло ялҡынында хәнйәр кеүек
Хас сәсәнгә генә үткерлек.

Төплө фекерен шиғри юлдар аша
Тапҡыр итеп еткерә алған ул.
Яңылыҡҡа ынтылышы менән
Киләсәккә юлдар һалған ул.
Ете китап... Бына береһе – ҡулда,
Яйлап ҡына уны асамын.
«Башҡортостан һыбай елә кеүек...»
Хыял ҡанатымда осамын.

Тағы ла бер шиғыр йәнде арбай:
«Аҡ биләүгә донъя күмелгән».
Әсәң һөтө менән һиңә, ағай,
Гүзәллекте тойоу бирелгән.

Мөхәббәт, яҡты моңдар артынан
Йөрөгән сағың булған, мин беләм.
О, был хистәр хәҙер таныш миңә,
Һинең кеүек янам һәм көйәм.

Муйыл еҫе килә бураныңдан,
Күкрәй күгең ямғыр алдынан.
Барыһы ла шул көйөнсә бөгөн,
Әйтерһең дә, йылдар уҙмаған.

Хыялдарың һымаҡ һаман яна
Көҙ ҡабыҙып киткән усаҡтар.
Япраҡтарын ҡойҙо һине һағынып
Ҡосағыңа инер ҡайындар.

Рузанна ВӘЛИЕВА,
IX синыф уҡыусыһы.

Хәйригә мәҙхиә
Хәйри, тиҙәр, шағир, һүҙ оҫтаһы,
Тыуған ерен, илен маҡтаған.
Кендек ҡаны тамған атайсалдан
Ғорур баҫып, һөйөп атлаған.

Ҡат-ҡат уҡып рухлы шиғырҙарын,
Күңелемә бөтмәҫ ғәм алам.
Уның күҙе менән ҡайындарға,
Икһеҙ-сикһеҙ ҡырға мин бағам.

Илеш ере – икмәк ере, тиеп,
Һандуғастай тынмай һайраған.
Бармы икән тағы бындай шәхес
Тыуған илен шулай данлаған?!

Бармы икән, ерем, шундай улың,
Ҡара ергә һәйкәл ҡойоусы?
Һәйкәлдең дә әле ниндәйҙәре –
Ситтә торһон ныҡлы ҡоросоң!

Ынйы-мәрйендәргә ниндәй ҡиммәт,
Тоғролоҡ һәм һөйөү булғанда?!
Ошо хистәр ерҙе ҡотҡарырҙар,
Шағир ҡәләменән тыуғандар.

Үлемһеҙ ул Хәйри шиғырҙары,
Юғалырлыҡ буш һүҙ юҡ унда.
Шағир сәскән шиғри орлоҡтарҙы
Үҫтерербеҙ ғүмер-ғүмергә.

Рәлиә ЙӘНГИРОВА,
VII синыф уҡыусыһы.
Илеш районы,
Үрмәт мәктәбе.

Һүрәтте Исәмәт мәктәбенән IV синыф уҡыусыһы Илмир ШӘРИФЙӘНОВ төшөргән.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас