Тулған ай
Тулған айға ҡарап оҙон төндә,
Ҡайҙаһың һин, тиеп уйландым.
Бәлки, һин дә күккә ҡарап, мине
Иҫләйһеңдер, тиеп ышандым.
Арабыҙҙа – күп саҡрымдар, ләкин
Баш өҫтөндә – бер үк йондоҙҙар.
Иҫләйһеңме, беҙ уларға ҡарап
Үткәргәйнек бергә ваҡыттар.
Ул ваҡытта минең өсөн һинән
Яҡыныраҡ кеше юҡ ине.
Шул саҡтарҙа һинең өсөн минән
Ҡәҙерлерәк кеше юҡ ине.
Үтә ваҡыт, аҡҡан Һаҡмарҙай,
Хатта йондоҙҙар ҙа юғала.
Таң да атты, ә мин һаман да
Ҡарап торамын тулы айға.
Йондоҙҙар
Ай ҡалҡҡанда балҡып күктә
Әкрен генә сыҡтым урамға.
Тып-тын, хатта йөрәк тибешем
Ишетелгәндәй тойола.
Баш күтәреп күккә күҙ һалғайным,
Барлыҡ булған уйҙар юйылды.
Әйтерһең, киң йыһанда балҡыған
Йондоҙҙарға улар йомолдо.
Ҡарап торам, ә улар һаман
Саҡыралар кеүек үҙемде.
Күҙ ҡыҫҡандай йым-йым итеп,
Ҡыҙҙыралар минең күҙемде.
Эй, йондоҙҙар, булһа мөмкинлек,
Менер инем шундуҡ күктәргә.
Ә әлегә өҫтән генә ҡарап,
Ҡала һеҙгә мине көтөргә.
Заһиҙә ХӘМИТОВА, XI синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.