Йәйрәп ятҡан йылғалары
Сылтәр шишмәләре бар.
Илкәйемдә ниҙәр бар?
Һайрап торған ҡоштар бар,
Иҫкән елгә көй сығарған
Ете тажлы ҡурай бар.
Ете тажлы ҡурай бар.
Илкәйемдә ниҙәр бар?
Мәғрүр тау Уралы бар,
Урал ҡанбабаһы кеүек,
Ҡаһарман улдары бар.
Илкәйемдә ниҙәр бар?
Батыр, эшсән халҡы бар,
Халҡы менән дан яулаған
Башҡортостан илем бар,
Башҡортостан илем бар.
Илкәйемдә ниҙәр бар?
Яҡшыһы, яманы бар,
Шүлгән юлын һайлап алып
Артҡа барғандары бар,
Илкәйемдә ниҙәр бар?
Яҡшыһы, яманы бар,
Урал васыяты менән
Алға барғандары бар,
Алға барғандары бар.
Илкәйемдә ниҙәр бар?
Зарлыһы, зарһыҙы бар,
Үҙе бер ни эшләмәйсә
Башҡанан көткәне бар.
Илкәйемдә бары ла бар,
Яман юлдан бармайыҡ,
Урал батыр аманаты -
Яҡшы юлды һайлайыҡ!
Яҡшы юлды һайлайыҡ!
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА–АЛТЫНБИКӘ.
Фото: Зөһрә Хәкимова.