Ҡорос атта елә бер егет,
Гүйә, иңдәрендә – ҡанаттар.
Бер ҡараһаң, донъя шундай киң,
Бер ҡараһаң, донъя шундай тар...
Ҡорос атта елә бер егет,
Ә артынан оса пулялар.
Тик улары ҡыуып етмәйҙәр,
Хәлдән тайып, әллә үләләр?
Ҡорос атта елә бер егет,
Төп бурысы – алға ынтылыу.
Ҡурғаш ямғыр яуып торһа ла,
Яуыз дошман мәкер ҡорһа ла,
Ул бирешмәй. Ул бит бик ҡыйыу.
Арыҫлан йөрәкле батыр ул,
Йүрүҙән һыуҙарын буйлаған.
Салауат эҙенән йөрөгәс,
Ил хәстәрен иңдән ҡуймаған.
Ҡуш йөрәкле Айҙар атлы егет
Егерме лә бер ҙә йәштәге.
Ул ҡуҙғалды яуҙар яланына:
«Килә, – тине, – ихлас йәшәге
Именлектә, тыныс тормошта.
Шуға үҙем яуға ҡуҙғалам,
Ғәфү итсе, әсәй, ҡуҙ һалһам
Йөрәгеңә... Мин бит тырышам
Барыһы ла яҡшы булһын, тип.
Ҡуй, илама, килсе, берҙе үп,
Фатихаңды бир һин, ҡәҙерлем, –
Илем өсөн яуға әҙермен!»
Әсе йәшен тыйҙы ғорур әсә,
Фатихаһын бирҙе улына.
Ҡасан ғына сабый ине Айҙар –
Ә хәҙерсе... яуға юллана...
Һай, килешә һалдат кейеме –
Айҙай балҡый йөҙө Айҙарҙың.
Йөрәгендә уның – бөтмәҫ рух,
Дошман яуызлығын ауҙарыр.
Рәсәй киңлегенә ҡыҙығып,
Ҡанат йәймәк итә Ҡарағош.
Айҙар кеүек ир-уҙамандар
Юлын ҡыя. Туҡтамай алыш.
Тимер аты – тоғро дуҫында
Алға елде башҡорт «Мишка»һы.
Теймәй кеүек ине пулялар,
Атмай кеүек ине пушкаһы...
Тик ауҙы шул ҡара бер көндө
Ҡорос ат та, ҡыйыу Айҙар ҙа...
Һиҙҙе быны әсә йөрәге,
Йәйге көндә, йәмле айҙарҙа.
Айҙар, Айҙар...
Һинең һынмаҫ рухың,
Батырлығың – хәҙер тарихта...
Һиндәйҙәрҙән ҡурҡа Ҡарағош...
Яңғыратыр әле бер иртә –
Тыныслыҡтың илаһи йырын,
Алға бара Рәсәй, юл йырып...
...Ҡорос атта елә бер егет,
Өндәшәмен: алып барып ет
Һин илемде имен көндәргә.
Сәскә атыр матур гөлдәргә
Ҡыуанайыҡ әле берәй мәл –
Булһын тормош йәмле һәм гүзәл!
Зарина БАҒЫШАЕВА (НАЗЫРОВА).