Яратам
Әсәй ярата мине,
Мин яратам әсәйҙе.
Бик ҡәҙерле ул миңә,
Аңлай һәр бер һүҙемде.
Әмилә МЫРҘАҒӘЛИНА, III синыф уҡыусыһы.
Берҙән-берем
Әсәйем – берҙән-берем,
Иң матур, яҡын кешем.
Һанап бөтөрлөк түгел
Уның бар изге эшен!
Нәргизә ТУВАНАЕВА, X синыф уҡыусыһы.
Рәхмәттәр әйтәм
Әсәйемде яратам,
Гел уға ярҙамлашам.
Бирә яҡшы кәңәштәр,
Әйтәм уға рәхмәттәр.
Фидан МОНАСИПОВ, X синыф уҡыусыһы.
Татлы һүҙҙәрең
Әсәйем, йылы ҡарашың
Йөрәгемә нур һибә.
Миңә донъя бүләк иттең,
Бик рәхмәтлемен һиңә.
Татлы һинең һүҙҙәрең,
Наҙлы һинең ҡулдарың.
Гелән ярҙам итәһең,
Мине һәр саҡ аңлайһың.
Айзилә ҠОҘАШЕВА, X синыф уҡыусыһы.
Ҡулы йомшаҡ мамыҡтай
Әсәй – иң ҡәҙерле кеше.
Һәр ваҡыт бар күп эше.
Беҙҙе яңғыҙ ҡалдырмай,
Үҙ наҙынан айырмай.
Йөҙө балҡый ҡояштай,
Ҡулы йомшаҡ мамыҡтай.
Күңелдәрҙе йылыта,
Рәхмәтлемен мин уға.
Азалиә ҠАСҠЫНОВА, X синыф уҡыусыһы.
Рәхмәтемде әйтәмен
Мәктәптән өйгә ҡайтҡас,
Ишек төбөнә еткәс,
Тәмле еҫтәр һиҙәмен –
Өйҙә әҙер тәмлекәс.
Тауышһыҙ ғына инеп,
Янына мин киләмен.
Ҡосаҡлайым, үбәмен,
Рәхмәтемде әйтәмен.
Диана СӘҒИТОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Өләсәйҙә
Йәйен өләсәй менән
Еләк йыйырға барҙыҡ.
Силәктәрҙе тултырҙыҡ,
Бик ныҡ ҡыуанып ҡайттыҡ.
Тимерхан ҠАЙЫҠБИРҘИН, VIII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.