+4 °С
Ясно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
8 Марта 2025, 10:51

Әсәйемә бүләк

Илнур ҙа әсәһенә арнап шиғыр яҙған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әсәйемә бүләкӘсәйемә бүләк
Әсәйемә бүләк

Һигеҙенсе Март бөгөн –
Әсәйемдең байрамы.
Аҡ ҡағыҙға төшөрҙөм
Мин сәскәләр бәйләмен.

Сәскәләрҙе буяным
Төрлөһөн төрлө төҫкә.
Әсәйемә бүләк, тиеп
Яҙып ҡуйҙым мин өҫкә.

Әсәйем эй һөйөндө.
Минең сәскәне күреп.
Улым ҡалай уңған, тине
Мине арҡамдан һөйөп.

Илнур ШӘРИФЙӘНОВ,
IV синыф уҡыусыһы.
Илеш районы,
Исәмәт мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас