+2 °С
Облачно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
10 Марта 2025, 04:05

Ҡайтһын илгә тиҙерәк тыныс таңдары!

Тиҙ арала һуғыш бөтһөн, тиеп,

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡайтһын илгә  тиҙерәк тыныс таңдары!Ҡайтһын илгә  тиҙерәк тыныс таңдары!
Ҡайтһын илгә тиҙерәк тыныс таңдары!

Теләк теләп селтәр үрәбеҙ.
Һуғыштағы барлыҡ егеттәрҙең
Иҫән ҡайтыуҙарын көтәбеҙ.

Элек өләсәйҙәр селтәр түгел,
Йылы ойоҡбаштар бәйләгән,
Ейән-ейәнсәрен ҡыуандырып,
Бәхетле бул, тиеп теләгән.

Эй, теләйбеҙ шуға күмәкләшеп
Тыныслыҡтың тиҙерәк килеүен.
Селтәр түгел, шәлдәр бәйләр инек
Ауылымдың уңған ҡыҙҙары!

Яңғыраһын шатлыҡ йырҙары,
Ҡайтһын илгә тыныс таңдары!

 

 Ф. ИСХАҠОВА.
 Ейәнсура районы, Байыш ауылы.

Сығанаҡ: Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас