-2 °С
Облачно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
13 Марта 2025, 07:39

Баҫырбыҙ ил һағына

Атайҙар килде байрамға...

Добавить в предпочтительные источники Google
Баҫырбыҙ ил һағынаБаҫырбыҙ ил һағына
Баҫырбыҙ ил һағына

Баҫырбыҙ ил һағына

Атайҙар килде байрамға,
«Әкиәт»те йәнләндереп.
Матур йырҙар, шиғырҙар
Уларға бүләк иттек.

Матур теләктәр еткерҙек
Илдең һаҡсыларына.
Киләсәк бәхетле булыр,
Йәшәһәк татыу ғына.

Аҡыллы, рухлы булып
Үҫеп етербеҙ беҙ ҙә.
Ил һағына ла баҫырбыҙ,
Ҡурҡып тормабыҙ бер ҙә!

Гүзәлиә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА,
«Әкиәт» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Сибай ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас