+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
15 Март 2025, 06:05

Ауылдарға ҡайтырҙай булырһығыҙ...

Ауылдарға ҡайтырҙай һеҙ булырһығыҙ.Кире юлдан, бәлки, ҡайтып тулырһығыҙ.

Ауылдарға ҡайтырҙай  булырһығыҙ...Ауылдарға ҡайтырҙай  булырһығыҙ...
Ауылдарға ҡайтырҙай булырһығыҙ...

Шул юлдарҙы әгәр урап уҙмаған да,
Ауылдаштар, һәр яҡтан һеҙ уңырһығыҙ.

Ҡулдан-ҡулға күсмәҫ һеҙҙең ер генәгеҙ,
Һис ҡыйланмаҫ һәм үҙгәрмәҫ ил генәгеҙ,
Тулыр ауыл бала менән, ҡала менән,
Ә әлегә ауыл йәтим ҡала һеҙҙән.

Юҡ! Кирегә ағым булыр. Булыр тиҙҙән.
Киң ҡоласын йәйеп ҡаршы алыр һеҙҙе ауыл.
Ауыл меҫкен, ауыл бахыр, тимәгеҙ ҙә,
Ең һыҙғанып эшкә сумыр булмаһағыҙ,
Ауыл тиеп, ауыл тиеп, килмәгеҙ ҙә.

...һерәйешеп ҡарап тора йәнһеҙ йорттар.
Йәнлеләрҙең тән генәһен ҡәбер йотҡан.
Был эштәрҙә кем ғәйепле? Түрәләрме?
Юҡтыр, ахыры, ил эсендә һис бер әҙәм
Был эштә лә үҙ фекерен яҡлап сыҡҡан.

Йә, әйтегеҙ, ултырған ботағын
Киҫеп кем һуң отҡан?
Ауыл бит ул йәшәйешкә инер тотҡа.
Борсолмағыҙ әле барға, әле юҡҡа.
Кәрәк булыр микән ауыл өсөн
Сүплектәрҙа ҡалған ағас һуҡа?



Зилә ХОҘАЙБИРҘИНА.
Ҡансурина (Һөйәрембәтова) Гөлфирә һүрәте. Ейәнсура районы, Байыш ауылы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас