(Беләм инде улай түгелен),
Ысын ир-егеттәр бер ваҡыт та
Һаҡһыҙ ҡыймаҫ әсә күңелен.
Хәүеф-хәтәр минут һайын унда,
Һис аямаҫ сит-ят ерҙәр һине
Иҫән-имен генә балаҡайым
Йөрөһәңсе, утҡа һалмай мине.
Ил яҙмышы – һинең яҙмыш. Шулай
Яҙған беҙгә үтер һынауҙарҙы
Хоҙай ҡөҙрәтенә өмөтөм бар
Ҡабатлайым көн-төн доғаларҙы.
Яҙҙың ләйсән ямғырҙары яуыр,
Һандуғаслы килер йәйҙәре,
Алып ҡайт һин, улым, үҙең менән
Яҡты донъяларҙың йәмдәрен.
Минира БИКӘНӘСОВА.
Фото: интернет селтәренән.