Балаһына әсә шалтыратты.
"Йөрөмәсе юҡҡа маҙаһыҙлап,
Һинһеҙ ҙә бит эшем биҡ ҡаты".
Шулай тиеп телефонын һалды,
Бер әсәнең ғәзиз балаһы.
Балаһынан башҡа бер кеме юҡ,
Кемгә хәҙер уға бараһы.
Шулай әсә көндә өмөт итте,
Балаһының яғымлы һүҙен.
"Бәлки иртәгеһен әйтер", – тиеп,
Сабыр итеп йөрөнө түҙеп.
Көндәр, айҙар, йылдар үтә торҙо,
Көн дә әсә телефонын алды.
Тик берәү ҙә уға өндәшмәне,
Яңғыҙ өйҙә шулай йығылды.
Йығылды ла мәңге ҡайтмаҫ ергә,
Ғүмерлеккә китеп юғалды.
Аптыратмай хәҙер балаһын да,
Буш өй генә йәтимһерәп ҡалды.
Иҫән саҡтарында ҡәҙерләйек,
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәне.
Ҡайтайыҡсы, яндарына бөгөн,
Көтөп тормайынса иртәгене.
"Әсәм, ниңә шалтыратмай",– тиеп,
Тыуған йортҡа бала юлланды.
Әммә берәү ҡаршы сыҡманы
Һүнгән ине күптән усағы...
Фәниә СЫҢҒЫҘОВА (Мөхәмәтшина).
Сығанаҡ һәм фото: Аҙашҡан мөхәббәт.