+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
17 Апрель 2025, 11:20

Кем ул сәсән?

Сәсәндәрҙең маңлайына Сәсән, тип яҙылмаған,

Кем ул сәсән?Кем ул сәсән?
Кем ул сәсән?

Сәсәндәрҙе үҙ халығы
Һөйләшенән таныған,
Әйтешенән таныған,
Шиғри әйтешле кешеләр
Сәсән булып танылған.

Улар һәр саҡ сәхнәләрҙә,
Йәки йәшел сәхрәләрҙә
Ҡурай уйнап тормаған,
Шағыраҡтар ҡормаған,
Үҙ халҡының йәшәйешен,
Көнкүрешен, әсенешен
Шиғри юлға юллаған...

Беҙҙең кеүек ижад иткән
Теҙеп шиғри һүҙҙәрҙе,
Милләтенә юл күрһәтеп
Алда барған үҙҙәре,
Үлгән йөрәкте терелткән
Сәсәндәрҙең һүҙҙәре,
Йырҙары һәм көйҙәре!

Сәсәнлек ҡайҙан башлана?
Ул башлана ижадтан!
Шиғыр, таҡмаҡ, әкиәттәр,
Бәйет, ҡобайырҙарҙан,
Йомаҡтарҙан, мәҫәлдәрҙән,
Ижад иткән йырҙарҙан.
Ябай ғына юлдарҙан.

Кем уйлай Сәсән–әртис, тип
Ул кеше ныҡ яңлыша,
Сөнки Сәсән әртис түгел,
Ул эшләй тик Аң аша,
Аңлатыу, һөйләү аша,
Кеше күңеленә сәсән
Һүҙ орлоҡтары сәсә.

Шытым бирһен тиҙ арала
Күңелдәрҙә һүҙ – орлоҡ,
Кеше яҡшыға үҙгәрһә,
Сәсән өсөн ғорурлыҡ!
Тимәк, уның әйткән һүҙе
Мең алтынға торорлоҡ!
Сәсәнгә хас тоғролоҡ!

Сәсәндәр һис тә алдашмаҫ,
Гелән дөрөҫтө һөйләр,
Улар үҙ милләте йырын,
Халҡы йырҙарын көйләр,
Милләт яҙмышын һөйләр,
Ҡәүеменән айырылмай
Алғы сафтарҙа киләр!


Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә -халыҡ сәсәне.

Фото: https://www.culture.ru/events/5177123/velikii-prosvetitel-i-myslitel-miftakhetdin-akmulla?location=respublika-bashkortostan-aurgazinskiy-rayon

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас