+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
12 Май 2025, 04:10

Бәпембәләр

Һары сәсле башын эйеп,

БәпембәләрБәпембәләр
Бәпембәләр

Иркәләнеп нур - ҡояшҡа.
Таң атыуға бәпембәләр
Йәм өләшә тирә - яҡҡа.
Керпектәрен наҙлай ҡояш,
Йәшел һабаҡ ерҙән ҡалҡа.
Эй, һарыҡай был сәскәләр
Алып ҡайта бала саҡҡа.
Бәпембәнән таж үрәбеҙ,
Күмәкләшеп ҡыҙҙар менән.
Һары сәскә күңелдәргә
Яҡын булды инде гелән.
Һары башлы сәскәләрҙә
Күрҙек барлыҡ яҙҙың йәмен.
Матур тажды башҡа кейгәс,
Тойҙоҡ шатлыҡ, донъя ғәмен.
Һары башлы йәшел ҡыяҡ
Ҡояштан көс, дарман ала.
Шуғалыр ҙа иҫе китеп
Текләп ҡарап тора бала.
Ҡараштарым туҡтап ҡалды
Ошо таныш сәскәләрҙә.
Үҫмәҫ ине ялан тулып,-
Тинем, хатта сәсһәләр ҙә.
Ҡояштан төҫ, ҡеүәт алғас,
Һап - һарылыр сәскәйҙәре.
Бар донъяға нур тарата,
Күңел хистәрен тағата,
Эй, бәпембә сәскәләре...


Руша ҠӘҘЕРБӘҠОВА.
5 май, 2025 йыл.

Фото: интернет селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас