

Нисәмә көн ҡойоп ямғыр яуа.
Өҫтән ҡара болот ағылғанға,
Тын алғанда етмәҫ кеүек һауа.
Эркелеп тә аға ямғыр һыуы,
Атлап ҡына барған юлымда.
Был ямғырҙан һаҡланырлыҡ түгел,
Ҡулсатырым бар ҙа ҡулымда...
Тынмай ғына яуған был ямғырҙың
Файҙаһы ла булыр ҡара ергә.
Йәшел үлән баш ҡалҡытҡан мәлгә,
Өмөт бағлап, ҡыуанайыҡ бергә.
Ҡаш емереп, йәмрәйеп күскән
Болоттарға ҡарап аламын.
Әрһеҙләшеп, ямғыр ҡойған юлдан,
Уйҙарыма сумып барамын.
Көн яманы бөтөр, ямғыр үтер,
Күктең йөҙө кинәт асылыр.
Борсолоп та торған күңелдәрҙең
Болоҡһоуы шул саҡ баҫылыр.
Руша СУЛТАНҒОЛОВА.
Фото: А. Ғарифуллина.