

Теләһә, һикерә, ҡолай,
Теләһә, көлә, йырлай.
Миңә лә, бәпәй, тиҙәр,
Тиҙерәк ҙурай, тиҙәр.
Өлгөрөрмөн үҫергә,
Бала саҡтан үтергә.
Хисһеҙ кеше ни йырламай,
Ни бейемәй – тик тора.
Ә башында уның нимә?
Уйҙары бер һум тора.
Беҙҙең башта төрлө уйҙар,
Нимә генә унда юҡ.
Ҡоро ағай – ҡоро күңел,
Әллә һинең йәнең юҡ.
Күңелендәге балаларын
Онотҡан инде әллә?
Үҙен алтындарға тиңләп,
Бер ни юҡ йөрәгендә.
Эй, кешем, яндыр утыңды,
Кәрәк саҡта йырла, көл.
Тормош шул саҡта һиңә лә
Йәйғор булып күренер.
Тимерхан КӘБИРОВ,
IX синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Фото: mgppu.