

Китеп барам юл буйлап.
Илаған ерендә илап,
Көйө килгәндә - йырлап.
Китеп барыуҙарым әле
Күрәсәгем ҡаршына.
Йәшәү асылы хаҡында
Уйҙар тейәп башыма.
Нимә өсөн йәшәйбеҙ һуң?
Был мәңгелек һорауҙыр.
Ғүмер тигән татлы емеш -
Хоҙай биргән һынауҙыр.
Киләсәгем - күрәсәгем,
Бөгөнгөм - ысынбарлыҡ.
Донъялыҡтан барам әле
Тейеш йөгөмдө тартып.
Гөлзифа ИСРАФИЛОВА.
Фото: З.Хәкимова.