

Сер тыңлайым, улар көйөн
Отам.
Сер-сер, тиеп сиңерткәләр
Сырҙай.
Ялҡытмай был. Танһыҡ ҡына,
Йырҙай.
Сер-сер, тиҙәр,- йәй ғүмере
Ҡыҫҡа.
Ваҡытыңды үткәрмә, ти,
Бушҡа.
Йәйҙең моңо ноталарға
Һыймаҫ.
Ҡушыламын мин дә ҡыйыр-
ҡыймаҫ.
Үлән-ҡылда сиңерткәләр -
Нота.
Йәй тулҡынын йөрәк аулай -
Тота!
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.