

Бала саҡтың иң сағыу, иң күңелле мәлдәренең береһе – йәйге каникул башланды. Мәктәбебеҙҙә башланғыс синыфтарҙа белем алыусылар өсөн ойошторолған «Дуҫлыҡ» лагеры үҙенең йәш дуҫтарын ишектәрен киң асып, ихлас ҡаршыланы.
Лагерҙа балалар тәрбиәселәр тарафынан ойошторолған фәһемле сараларҙа, спорт уйындарында ғына ҡатнашып ҡалмай, төрлө түңәрәктәргә лә йөрөй. Был түңәрәктәрҙә улар үҙҙәренең белемдәрен киңәйтә, һәләттәрен үҫтерә, яңы шөғөлдәр таба. Лагерҙа «Күңелле инглиз теле», «Битлек», «Оҫта ҡулдар», «Спорт уйындары», «Тылсымлы буяуҙар» тигәндәре эшләй ине. Быйыл әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн тәүге тапҡыр «Ҡаурый ҡәләм» исемлеһе ойошторолдо. Унда балалар билдәле шағирҙар, яҙыусыларҙың биографияһы, әҫәрҙәре менән таныша, тиҫтерҙәренең төрлө гәзит-журналдарҙа баҫылған ижадына байҡау яһай. Әҙәбиәттең йәш дуҫтары үҙҙәре тәүге әҫәрҙәрен ижад итеп ҡарай. Һеҙгә шуларҙың бер нисәүһен тәҡдим итмәксебеҙ.
Гөлшат РӘШИТОВА, түңәрәк етәксеһе.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 3-сө полилингваль күп профилле мәктәп.
Йәй
Йәмле, матур йәй килә,
Ҡояш йылмайып көлә.
Күңелгә шундай рәхәт,
Каникул беҙҙе көтә.
Йәшәрҙе урман-ҡырҙар –
Сәскәләргә күмелде.
Минең тыуған еремә
Күптән көткән йәй килде.
Марсель МУСИН.
Матур мәл
Бына тағы йәйҙәр етте,
Күңелдәрем үҫеп китте.
Бала саҡтың матур мәле,
Үтмәйерәк торсо әле!
Сәлимә АЗАМАТОВА.
Бәләкәй дуҫым
Минең бар бесәйкәйем –
Бәләкәй генә дуҫым.
Үҙе аҡ, йомшаҡ ҡына,
Йөрөй һаҡ ҡына баҫып.
Уйнайым уның менән,
Бигерәк тә шуҡ бит ул.
Минән килеп һөт һорай,
Шундай аҡыллы бит ул.
Данир ҒӘЛИН.
Дуҫтарым
Дуҫтарым булғанға
Мин бик ҡыуанам.
Бергәләп уйнарға
Бик тә яратам!
Инсаф СУРИН.
Йәйге көндәр
Алсаҡ ҡояш күктә көлә,
Яуа ләйсән ямғырҙар.
Йәй килде, тип ҡыуаналар
Ҡыҙҙар менән малайҙар.
Баҡсала еләк бешә,
Шат йылмая сәскәләр.
Йылы көнгә ҡыуанып,
Балалар шат көләләр.
Нурислам СӘЙФУЛЛИН.
Мыраубикә
Бесәйем Мыраубикә –
Үҙе йомшаҡ, бик иркә.
Яратам һәм уйнайым,
Бик тырышып ҡарайым.
Бер көн ул сыҡты тышҡа
Һәм юғалды оҙаҡҡа.
Бик ҡайғырҙым, уйландым,
Тирә-яҡты ҡараным.
Мыр-мыр итә тауышы:
Бына күренде башы!
Бәләкәсем, бесәйем,
Һөт кенә эсерәйем.
Зарина ҠОҘАБАЕВА.
Лагерҙа
Көндәр йылы, ҡояш көлә
Беҙҙең «Дуҫлыҡ» лагерында.
Дуҫтарым менән бергәләп
Ял итәбеҙ һәр көн бында.
Иртәнге зарядка бик шәп
Ирекмәндәр менән бергә.
Уйындар, йырҙар, бейеүҙәр –
Барыһы ла оҡшай беҙгә.
Вожатыйҙар дуҫ, аҡыллы,
Иҫтәлекле һәр көнөм.
Килегеҙ беҙҙең «Дуҫлыҡ»ҡа
Алырға яңы белем.
Эльмира МӘМБӘТОВА.
Һарыҡай
Йәйге сыуаҡ иртәлә
Мырлап Һарыҡай йоҡлай.
Төнөн һунар иткәнгә
Бесәй арыған, буғай.
Әминә ТАҺИРОВА.