+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
30 Июнь 2025, 18:55

Йәй тулҡынында

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Үлән-ҡылда сиңерткәләр -Нота.

Йәй тулҡынындаЙәй тулҡынында
Йәй тулҡынында

Сер тыңлайым, улар көйөн
Отам.
Сер-сер тиеп сиңерткәләр
Сырҙай.
Ялҡытмай был. Танһыҡ ҡына,
Йырҙай.
Сер-сер, тиҙәр,- йәй ғүмере
Ҡыҫҡа.
Ваҡытыңды үткәрмә, ти,
Бушҡа.
Йәйҙең моңо ноталарға
Һыймаҫ.
Ҡушыламын мин дә ҡыйыр-
ҡыймаҫ.
Үлән-ҡылда сиңерткәләр -
Нота.
Йәй тулҡынын йөрәк аулай -
Тота!

Фото: А. Ғарифуллина  һәм Темәс китапханаһынан алынды.

Йәй тулҡынында
Йәй тулҡынында
Йәй тулҡынында
Йәй тулҡынында
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас