

Һеҙҙең өсөн иртән-кисен,
Ҡабул булһын доғаларым.
Һеҙ булғанға был йөрәгем,
Ҡартайыуҙы тоймай тибә.
Ә биттәрҙә йыйырсыҡтар,
Һырҙарын теҙә бирә.
Һеҙ булғанға күңелдәрем,
Йәш сабыйҙай талпына.
Ҡартлыҡ ҡайҙа ашығаһың,
Туҡтап торсо саҡ ҡына.
Балаларым һәр берегеҙ
Минең өсөн ҡәҙерле.
Аллаһ һеҙҙе биргән өсөн,
Уға мең-мең рәхмәтле.
Һеҙ булғанға мин бәхетле,
Һеҙ булғанға донъям теүәл.
Балаларым күҙ нурҙарым,
Йәшәгеҙ һеҙ татыу гелән.
ФӘНИӘ СЫҢҒЫҘОВА (Мөхәмәтшина).