+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
18 Июль 2025, 07:25

Бесән мәле

Их, бесән мәле етте. Элекке кеүек ҡул менән бесән сабыу, тырма менән әйләндереү, йыйыу, күбәләү, кәбән ҡойоп, уны кәртәләп ҡуйыу ҡайһы яҡтарҙа һаҡланды икән?  

 Ҡылды ҡырҡҡа ярыр бесән мәле,
Терелделәр урман юлдары;
Сабынлыҡта бөгөн күп кешеләр:
Кемдең ире,кемдең улдары.


Урман юлдарынан аттар түгел,
Хәҙер трактор үтә,машина.
Трактор арбаһына ҡырын ятып,
Килдек беҙ ҙә Шүлгән Башына.


Бик күп йылдар ошо юлдан үттек
Кырандаста - атлы арбала,
Себен-серәкәйҙәр арттан ҡыуа,
Ат тиренең еҫе тарала.


Заман техникаһы хәтәр хәҙер,
Алыштырҙы атлы арбаны,
Онотторҙо күптән ҡул салғыһын,
Ағас һәнәк,ағас тырманы.


Гөрләп тора барлыҡ сабынлыҡтар,
Тормош ҡайнай ҡырҙа,яланда;
Мәтрүшкәле сәйҙәр - баҡырсала,
Тәмле аштар бешә ҡаҙанда.


Бесән, усаҡ төтөндәре еҫе
Сирләгәнгә дауа булырҙай,
Эскә һыймай ошо хозурлыҡтар -
Күҙҙән шатлыҡ йәше субырҙай.


Ҡабаланып эшләй бесәнселәр,
Кемдер йыя,кемдер күбәләй,
Көнө буйы аяҙ ғына тормай -
Болот сығып,ямғыр һибәләй.


...Тормош алға елә,элеккегә
Ҡайтмаҫ инде бер ни яңынан.
Мин - хыялый,һаман ҡул салғыһын,
Ат тиренең еҫен һағынам.
                 Флүрә Маликова.

Фото: sun9-64, dzeninfra.

Бесән мәле
Бесән мәле
Бесән мәле
Бесән мәле
Бесән мәле
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас