

Ә берәү шөкөр итә.
Был донъяла һәр кем шулай
Үҙенсә ғүмер итә.
«Кәрәк» тигәндең күбеһе
Тормошта һис кәрәкмәй.
Йыйып өйрәнгән кешегә
Һәр ваҡыт ниҙер етмәй.
«Шөкөр» тигән риза булып,
Ҡабул итә барыһын.
Өйөнә ингән ҡунаҡ менән
Бүлешә һуңғы ҡабымын.
«Кәрәк» тиеп йәшәгәнгә
Мал да, даны ла етмәй.
Шөкөр иткән табынында
Бер ҡасан ризыҡ бөтмәй.
Фото: Р. Мөхәмәтшина.
һүрәттә: Баймаҡтағы "Йондоҙло" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре.