+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
26 Июль 2025, 11:00

Инйәр

Инйәр йылғаһы кемдәрҙе генә һоҡландырмай?!

ИнйәрИнйәр
Инйәр

Инйәр, Инйәр,
Һин, гүйә, һөйгән йәр —
Әллә ниндәй ҡылтым холоҡло:
Тынысландың, ҡайттың ғына тиһәң,
Ҡуяһың бит ҡылып ҡылыҡты.

 

Инйәр, Инйәр,
Һин бит — ғәзиз әсәм,
Һиңә бәйле йәшәү рәүешем,
Тубыҡланып һинән илһам эсәм,
Шелтәләй йә наҙлай тауышың.

 

Инйәр, Инйәр,
Һин, гүйә, шуҡ бала —
Шаярыуҙан сыҡмай башҡайың.
Нисә тапҡыр күреп һине, һаман
Тыныс саҡтарыңды тапмайым.

 

Яратаһың ниңә мине, тимә,
Һорамаҫ та инең, аңлаһаң —
Ни өсөн һуң кеше өҙөлөп һөйә
Әсәһен, йәрен һәм балаһын...

ДАМИР ШӘРӘФЕТДИНОВ.

Фото: Ә.ФӘТТӘХОВА.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас