+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
29 Июль 2025, 05:30

Барыбер ҡайтырбыҙ...

Эҙһеҙ юғалған хәрбиҙәр ауазы.

Барыбер ҡайтырбыҙ...Барыбер ҡайтырбыҙ...
Барыбер ҡайтырбыҙ...

Юғалғандар, тигән һүҙгә, йәнем,
Һин ышанма бер үк, үтенәм.
Хәлдән килһә, һөйләтер ҙә инем,
Һуғыш әжәленең үҙенән.

Юғалтмағыҙ! Юҡ, тимәгеҙ беҙҙе.
Ҡайтыр юлдар ғына ябылды.
Тураҡланып бөткән яугирҙар беҙ —
Маңлайҙарға шулай яҙылды.

Юғалтмағыҙ беҙҙе. Беҙ ҡайтырбыҙ,
Яҙын ҡоштар булып ҡағынып,
Ямғыр булып ергә түгелербеҙ,
Илаһағыҙ беҙҙе һағынып.

Яҙын баҫыуҙарҙа, сәсеүҙәрҙә
Ер ҡыртышын бергә киҫербеҙ.
Кәбән һалған мәлдә, күләгәлә
Шаян елдәр булып иҫербеҙ.
2.
Һин туҡтатма, йәнем, башлап киткән,
Тамамланмай ҡалған эшемде.
Ауыр саҡтарында ҡурсалағыҙ,
Әсәйемде — ғәзиз кешемде.

Беҙ ҡайтырбыҙ, беҙҙең балаларға
Баҫтырмағыҙ "етем" мөһөрө.
Яҡты булһын улар киләсәге,
Аҡтан булһын хыял өйөрө.

Һәр таң һайын һеҙҙе иркәләрбеҙ,
Ҡояш нуры булып үпкәндә,
Фәрештәләр булып ҡурсаларбыҙ,
Янығыҙҙан йылан үткәндә.

Онотмағыҙ, тултырмалар тығып,
Һуғым аштарына йыйғанда,
Ураҙала Тәрәүихҡа тороп,
Ҡорбан салып ғибәҙәт ҡылғанда.

Йома һайын өмөттәрҙе аҡлап,
Доға уҡып, иҫкә алһағыҙ,
Беҙ йәшәрбеҙ һеҙҙең йөрәктәрҙә,
Тоғролоҡҡа тоғро ҡалһағыҙ.

Ир намыҫын ҡуйып алдығыҙға,
Талатмағыҙ, зинһар, илемде.
Шат булырбыҙ, улдар, ҡыҙҙар табып,
Ҡуштырһағыҙ беҙҙең исемде.
3.
Онотмағыҙ Ватан сиктәрендә
Башҡорт һөйәктәре ятҡанын.
Тормаҫ, тимә, әллә ҡайҙан тойоп
Уралында йылҡы сапҡанын.

Йөк-200 түгел, 300 түгел!
Яу ҡырына яуҙы көлөбөҙ.
Шартлап һибелде лә, томандарҙа
Тороп ҡалды һуңғы көнөбөҙ.

Ҡайнар ҡандар һеңгән сит ерҙәрҙә
Сәскә булып бәлки атырбыҙ.
Һалдат кирзаһына сат йәбешеп
Орлоҡ булып илгә ҡайтырбыҙ.
Юлын табып, барыбер ҡайтырбыҙ.

Эҙһеҙ юғалғандар тигән һүҙгә
Ышанмағыҙ, уның эҙе бар!
Уй ҙа уйлап өлгөрмәгәндәрҙең
Тереләргә әйтер һүҙе бар.

Рәшиҙә Рәис.

 

Фото: скриншот.

Сығанаҡ: "Атайсал" гәзите.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас